04:40 (UTC+5), 14 Сентября 2021

Башҡортостанда 1,2 миллиондан ашыу кеше коронавирустан прививка яһатҡан

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Башҡортостанда 1 218 909 кеше яңы коронавирус инфекцияһынан прививканың беренсе компонентын яһатҡан. Тулыһынса вакцинацияны 1 093 668 кеше үткән. Был хаҡта республика хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә вице-премьер – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин хәбәр итте. Спикер һүҙҙәренсә, Башҡортостанға илебеҙҙә етештерелгән 1 656 508 доза вакцина килтерелгән.
Дөйөм алғанда, республикала ике миллиондан ашыу кеше вакцинация үтергә тейеш.
Коронавирустан прививканы, регистратура йәки «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы аша алдан яҙылып, 203 вакцинация пунктында эшләтергә мөмкин. Бынан тыш, «Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк» акцияһы барышында алыҫта урынлашҡан тораҡ пункттарҙа алты маршрут буйынса эшләгән сәләмәтлек поездарында прививка яһатырға була.
13 сентябргә республикала коронавирус инфекцияһын йоҡторғандарҙың дөйөм һаны 60 994-кә еткән. Тәүлек эсендә 310 яңы осраҡ теркәлгән. Бөтәһе 53 526 кеше һауыҡҡан, 36 -һы – уҙған тәүлектә. Башҡортостанда 4 545 койка әҙерләнгән. Буш койка фонды 10% тәшкил итә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика