Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.51
-0.79
98.91
-0.65
88
+0.1
13+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Сентябрь 2021, 15:19

Башҡортостанда һайлау көндәрендә уҡыусыларҙың һәм студенттарҙың нисек уҡыясағы билдәле булды

Олег Яровиков
Олег Яровиков
Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин 13 сентябрҙә Башҡортостан хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә һайлау көндәрендә — 17, 18 һәм 19 сентябрҙә уҡыусыларҙың һәм студенттарҙың нисек уҡыясағы тураһында һөйләне.
Йома, 17 сентябрҙә, мәктәптәрҙә дәрестәр булмай, ә уҡыусылар өсөн тәрбиәүи саралар уҙғарыла. Һайлауҙа ҡатнашмаған белем биреү ойошмаларында проект эшмәкәрлеге һәм дистанцион уҡыу планлаштырыла.
Шәмбе, 18 сентябрь, ял була.
Участка һайлау комиссиялары ойошторолған 45 колледжда йома һәм шәмбе дәрестәр дистанцион режимда ойошторола.
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: