07:34 (UTC+5), 10 Сентября 2021

«Урал аръяғы-2021» инвестиция һабантуйында 2,5 миллиард һумға биш инвестиция проекты тикшерелә

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Сибайҙа «Урал аръяғы-2021» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында Инвестиция комитетының «Инвестиция сәғәте» форматындағы ултырышы була.
«Инвестиция сәғәте»ндә биш инвестиция проектын тикшереү планлаштырыла. Бөтә проекттар буйынса инвестицияларҙың дөйөм күләме 2,5 миллиард һумдан ашыу тәшкил итә.
Беренсе проект – «ЗАО «МКХП-Ситно». Ул тирмән комплексын реконструкциялауҙы һәм яңыртыуҙы, шул иҫәптән цех төҙөүҙе һәм Сибайҙа макарон изделиелары етештереү буйынса линия һатып алыуҙы күҙ уңында тота. Инвестициялар күләме – 815,9 миллион һум.
Икенсеһе Башҡортостандың Туймазы районы Ҡандра ауылы элеваторында контейнер майҙансығы һәм элеватор комплексы менән бүлеү-логистика үҙәген төҙөүгә ҡағыла. Инвестор – шәхси эшҡыуар Разумова А.Е. (ГК «Реса»), аҡса күләме – 350 миллион һум.
«Инвестиция сәғәте»ндә өсөнсө проектты – Сибай һәм Өфө ҡалаларында (Сипайлово) «Риадент» клиникаларының «Риадент» имплантация һәм протезлау үҙәктәрен тикшереү күҙаллана. Был проектҡа 170 миллион һум инвестиция һалыу ҡарала.
Артабан «ЛДК» йәмғиәтенең ағас эшкәртеү производствоһы (йылына 50 меңдән 500 мең кубометрға тиклем әҙер продукция) тураһында һүҙ бара. Инвестициялар күләме – 1,2 миллиард һум. Ул БашҡортостандыңБелорет районында тормошҡа ашырылырға тейеш.
Шулай уҡ «Шифа» компанияһының инвестиция башланғысын тикшереү күҙаллана.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика