Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.06
+0.09
85.9
-0.02
77.08
0
20+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Сентябрь 2021, 10:25
Республикала «Бал ҡорто» форумы ойошторола
11 сентябрҙә Бәләбәй районы Мәтәүбаш ауылында умартасыларҙың «Бал ҡорто» форумы уҙғарыла.
Тәжрибә алмашыу өсөн Башҡортостанға Ырымбур, Силәбе һәм Ульяновск өлкәләренән, шулай уҡ Татарстан Республикаһынан һәм Сыуашстандан умартасылар килә.
«Ковидҡа ҡаршы сикләүҙәргә бәйле сараның рәсми өлөшө булмай. Аралашыуға һәм тәжрибә алмашыуға күберәк ваҡыт бүлергә тырышырбыҙ», — тип хәбәр итте байрамды ойоштороусыларҙың береһе Марат Зәйруллин.
Форумда йәрминкә, бал конкурсы була.
Мәтәүбаш ауылының һабантуй яланында иртәнге сәғәт 11-ҙә башлана.
https://www.bashinform.ru/news/1642185-v-bashkirii-proydet-traditsionnyy-pchelotuy/
Автор:
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги:
умартасылыҡ
Читайте нас в