08:19 (UTC+5), 09 Сентябрь 2021

Владимир Путин Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы башлығына үлгәндән һуң Рәсәй Геройы исемен бирҙе

Башҡортостан Республикаһы буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Рәсәй Президенты Владимир Путин «Армия генералы Е.Н.Зиничевҡа Рәсәй Федерацияһы Геройы исемен биреү тураһында» указға ҡул ҡуйҙы. Тейешле документ www.kremlin.ru рәсми сайтында баҫылған.
«Хеҙмәт бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы өсөн Зиничев Евгений Николаевичҡа Рәсәй Федерацияһы Геройы исемен бирергә (үлгәндән һуң)», — тиелә указда.
Бынан алда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ғәҙәттән тыш хәлдәр министрының үлеменә бәйле ҡайғы уртаҡлашыу һүҙҙәрен еткерҙе.
«Яугир кеүек йәшәне һәм яугир кеүек һәләк булды. Ныҡ йәл... Ысын күңелдән ҡайғы уртаҡлашам …», — тип яҙҙы Башҡортостан етәксеһе.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, 55 йәшлек Евгений Зиничев Красноярск крайы Норильск ҡалаһында хәрби бурысын үтәгән саҡта һәләк булған. Ведомствоның матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, ул ведомство-ара күнекмәләрҙә кеше ғүмерен ҡотҡарған.
Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә ведомствоның Баш идаралығында, беренсе ҡаттың фойеһында, Рәсәйҙең ғәҙәттән тыш хәлдәр министры Евгений Зиничев иҫтәлегенә сәскә һалыу өсөн урын ойошторолған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика