12:21 (UTC+5), 09 Сентября 2021

Өфөнөң Нижегородка биҫтәһен төҙөкләндереү 2022 йылда башлана

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Нижегородка биҫтәһендә йәшәүселәргә 2022 йылда биләмәне төҙөкләндерә башларға вәғәҙә бирҙе.
«Греков менән ошо мәсьәләне тикшерҙек. Киләһе йылда Нижегородкала эш башлайбыҙ. Ике йылға иҫәпләнгән. Беҙ бер биләмәгә блоктар менән инәбеҙ. Был ауыр, аҡса кәрәк. Уның ҡарауы кеше шунда уҡ һөҙөмтәне күрә», — тине Радий Хәбиров, 8 сентябрҙә тура бәйләнеш барышында журналистың һорауына яуап биреп.
Республика етәксеһе һүҙҙәренсә, баш ҡаланың бөтә биҫтәләре блоктар менән төҙөкләндерелә. Юлдарҙы ремонтлауҙан башлап парктарҙы реконструкциялауға тиклем. Бынан алда Черниковка яңыртылды, әле Сипайлово биҫтәһендә эштәр алып барыла.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика