05:34 (UTC+5), 09 Сентября 2021

Башҡортостан башлығы «Хәбиров командаһы»на кемдәрҙең инеүен һөйләне

Олег Яровиков
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Башҡортостан Башлығы 8 сентябрҙә тура бәйләнеш барышында Хәбиров командаһына кемдәрҙең инеүен әйтте.
Республика етәксеһенең кемдәр менән эшләүе тураһында һорауҙы Дәүләт Думаһы депутаты Рифат Шәйхетдинов бирҙе.
Был хаҡта төрлө имеш-мимештәр булды, тине Радий Хәбиров. Кемдер командаға «красногорскиҙар» ғына эләгә тип иҫәпләне.
«Мин — юғары кимәлдәге дәүләт хеҙмәткәре. Кем менәндер күптән таныш, дуҫ булғаным өсөн генә уны эшкә ала алмайым. Төп маҡсатым — республика башлығы булараҡ камиллашыу, халыҡ хәтерендә ниҙер эшләгән кеше булып ҡалыу».
Ул Хәбиров командаһында ниндәй кешеләрҙе көтөүҙәрен әйтте.
«Яңы кеше менән асыҡтан-асыҡ эшләйем, ҡайһы берҙә тиҙ ышаныусанмын. Красногорскиҙа минең менән һөҙөмтәле эшләгәндәр булды, уларҙың бер өлөшө бында килде. Башлыҡ хакимиәтендәге кешеләрҙең 95 проценты Мортаза Рәхимов ваҡытынан уҡ эшләй.
Бөтәһенә лә тигеҙ ҡарайым. Кем теләй — бергәләп алға барабыҙ һәм эшләйбеҙ», — тине Радий Хәбиров.
1 из 5
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика