20:03 (UTC+5), 08 Сентября 2021

Радий Хәбиров Республикаға идара итеү үҙәгенең тау битләүендә урынлашыуына аңлатма бирҙе

Олег Яровиков, Валерий Шахов
Олег Яровиков, Валерий Шахов
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Бөгөн тура бәйләнеш барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров өфөләрҙең Республикаға идара итеү үҙәгенең Ағиҙел йылғаһы буйында урынлашыуына аңлатма бирҙе.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфөлә Республикаға идара итеү үҙәге яңы яр буйы менән Хөкүмәт йорто араһында, тау битләүендә төҙөлдө. Ҡайһы берәүҙәр «әгәр бина Ағиҙелгә ауып төшһә, бында эшләгәндәрҙең бөтәһе лә батып үлһә» тип хәүефләнә.
Радий Хәбиров ҡала халҡының шик-шөбһәләрен таратты һәм объекттың тейешле экспертиза үткәнен билдәләне.
«Объект, ысынлап та, тау битләүендә төҙөлөүе менән ҡатмарлы булды. Битләүҙе нығытыу өсөн күп бетон ҡулланырға тура килде. Аҡ йортто төҙөгәндә лә шулай булды. Республикаға идара итеү үҙәге — беҙҙең битләүҙе үҙләштерә башлау, тип әйтергә мөмкин. Бында ҡаланы үҫтереү мөмкинлектәре бар. Техник яҡтан Республикаға идара итеү үҙәге урынында торор, бер кем дә батмаҫ», — тине Башлыҡ.
Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәге 2020 йылдың 19 ноябрендә республика Башлығының Социаль коммуникациялар идаралығында эшләй башланы. Был берҙәм һанлы платформала республика тормошоноң бөтә өлкәләре күрһәтелгән. Система дәүләт органдарында һәм урындағы үҙидара органдарында идара итеү сифатын арттырыуға йүнәлтелгән, килгән ялыуҙарҙы һәм тәҡдимдәрҙе тиҙ арала хеҙмәтләндерергә, уларға яуап бирергә һәм ҡарарҙар ҡабул итергә мөмкинлек бирә.
1 из 9
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика