16:15 (UTC+5), 08 Сентября 2021

Радий Хәбиров ни өсөн COVID-19 таралған ваҡытта Фольклориада һәм башҡа саралар ойошторолоуына яуап бирҙе

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Республика Башлығы менән тура бәйләнеш барышында блогер Полина Вишневская ни өсөн COVID-19 таралған ваҡытта Башҡортостанда Фольклориада һәм башҡа саралар — көрәш буйынса донъя чемпионаты, WorldSkills ойошторолдо тигән һорау бирҙе. Һәр сараның үҙенең тарихы бар, һәр береһе Башҡортостан өсөн ҙур әһәмиәткә эйә ине, тип билдәләне Радий Хәбиров.
«Һуңғы ваҡытта беҙҙә өс ҙур сара үткәрелде. Беҙ һәр ваҡыт зыян һәм файҙа килтереү ихтималлығы араһында тигеҙлек эҙләйбеҙ. Файҙаһы күберәк, тигән фекергә килдек. Ағымдағы хәл тотороҡло ғына ине. Һәр сара файҙа килтерә, донъяла республикабыҙҙы таныта. Фольклориадаға 37 илдән килделәр, дуҫлыҡ байрамы булды. Көрәш буйынса донъя чемпионаты — 55 ил ҡатнашты, бик күп йәштәр ҡараны, был спортты үҫтереүгә ҙур этәргес булып тора. WorldSkills та — һөнәри белем биреүҙе үҫтереүгә ҙур этәргес, күп нәмәгә күҙебеҙ асылды», — тине республика етәксеһе.
Мине ныҡ тәнҡитләнеләр, тине Радий Хәбиров. Ләкин пандемия башланғандан алып республика сикләүҙәр нормаһында йәшәргә өйрәнде. Һәр сир осрағы аныҡ теркәлде, барлыҡ һаҡлыҡ саралары үтәлде.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика