05:23 (UTC+5), 08 Сентября 2021

Кушнаренкола селекционер, башҡорт винограды авторы Лидия Стреляеваға бюст асылды

Кушнаренко районы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Кушнаренко районында селекционер, башҡорт винограды авторы Лидия Стреляеваға бюст асылды. Һәйкәлгә аҡсаны халыҡ йыйҙы. Билдәле селекционер Башҡортостанда 1935 йылдан алып эшләгән, һалҡын климат өсөн виноград сорттарын сығарыу менән шөғөлләнгән. Хәҙер республика виноград үҫтерергә мөмкин булған төньяҡ төбәк тип иҫәпләнә.
Муниципалитеттан хәбәр итеүҙәренсә, инициатив төркөм теркәлгән «Атайсал» проекты ныҡ булышлыҡ иткән. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә район халҡы, урындағы эшҡыуарҙар, яҡташтар һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре тейешле сумманы йыйған.
7 апрелдә ғалимәнең тыуыуына 120 йыл тулды. 7 сентябрҙә Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтының селекция үҙәге биләмәһендә бюст асылды.
«Лидия Николаевнаның хеҙмәте һөҙөмтәһендә беҙҙең гербта виноград бар, ә «Виноград сыбығы» Кушнаренконың брендына әүерелде. Селекция үҙәгенә ошонда ғүмер буйы эшләгән Лидия Стреляеваның исемен бирергә кәрәк тип иҫәпләйем» — тип тәҡдим итте Кушнаренко районы хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Руслан Ғиззәтуллин.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика