18:13 (UTC+5), 08 Сентября 2021

Ҡариҙел районынан оҫта милли кейем һәм биҙәүестәрҙе тергеҙә

IMPORT Сервисный
Ҡариҙел районы таланттарға бай. Шундай ғәжәйеп тырыш, уңған, сәнғәткә ғашиҡ гүзәл заттарҙың береһе — Тайҡаш ауылында йәшәүсе Лениза Муллаярова.
Лениза Миҙхәт ҡыҙы ошо ауылда тыуып үҫкән. Мәктәпте тамамлағас, Өфө музыка мәктәбендә уҡыған. Һуңынан Башҡорт дәүләт университетында белем алып, «социаль-мәҙәниәт эшмәкәрлеге менеджеры» йүнәлеше буйынса һөнәр алған.
2006 йылда Борай егете Ильяс Хөрмәтулла улына кейәүгә сыҡҡан. Үҙ тормоштарын ҡорғас, Муллаяровтар Тайҡаш ауылында төпләнгән, матур ҙур йорт төҙөгән. Ике бала тәрбиәләйҙәр. Улдары Ришат 11-се класты тамамлаған, ә ҡыҙҙары Лилиә 8-селә белем ала.
Ғаилә башлығы эске эштәр бүлегендә эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан. Лениза Миҙхәт ҡыҙы ун йылдан ашыу ауыл мәҙәниәт усағы эше менән янып йәшәй. Уға ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел. Ҡатын-ҡыҙға хас һөйкөмлөлөк, уңғанлыҡ, тәрбиәлелек кеүек күркәм сифаттарҙы туплаған ул. Уңған хужабикә булараҡ, йорто эсендә лә бөтә ерҙә тәртип, бөхтәлек; бәйләм дә бәйләй, аш-һыуға оҫта.
Муллаяровтар ғаиләһе, ғөмүмән, хеҙмәт һөйөп йәшәй. Эше барҙың, ашы бар, тигәндәй, һыйыр тоталар, ҡуяндар, күпләп ҡош-ҡорт үрсетәләр. Ҡышҡылыҡҡа үҙҙәре үҫтергән йәшелсә-емештәрҙән тоҙланмалар әҙерләйҙәр. Йәйен урманға еләк, бәшмәк, дарыу үләндәре йыйырға йөрөйҙәр.
«Бала саҡтан хеҙмәткә, сәнғәткә һөйөү тәрбиәләгән атай-әсәйемә рәхмәтлемен. Әсәйемдең күңеле матур, ҡул эшенә бик оҫта ине. Уны телевизорҙан да күрһәттеләр. Атайым да заманында алтын ҡуллы кеше булды, үҙебеҙгә генә түгел, ауылдаштарына ла быйма баҫты. Күңелем теләгән һөнәргә эйә булып, хыялымдың тормошҡа ашыуына бик шатмын», — тип һөйләй Лениза Миҙхәт ҡыҙы.
Йәш быуынды сәнғәт өлгөһөндә тәрбиәләгән замандашыбыҙ эшен яратып башҡара. Талант эйәһенең маҡсаты — йәштәрҙең, балаларҙың һәләтен асыу, уны үҫтерергә ярҙам итеү. Мәҙәниәт йортонда балалар өсөн ойошторған «Оҫта ҡулдар» түңәрәге лә уңышлы эшләй. Үҙҡурсаланыу ваҡытында мәҙәниәт хеҙмәткәре онлайн-режимда балалар өсөн башҡорт милли түшелдереген тегеү буйынса оҫталыҡ дәресен күрһәтте. Методист башҡорт мәҙәниәтен, йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлауға, милли кейемде тергеҙеүгә, уларға халыҡтың иғтибарын йәлеп итеүгә күп көс һала. Ике йыл элек Лениза Миҙхәт ҡыҙы боронғо биҙәктәрҙе тергеҙеп, балалар менән башҡорт милли биҙәүестәрен тегә башлаған. Хәҙер ошо шөғөлөн башҡаларға ла өйрәтә.
«Формаһы буйынса түшелдеректәр төрлө була. Уның нигеҙен туҡыма тәшкил итә, көмөш, еҙ-никель тәңкәләр һәм башҡа биҙәүестәр тегелә. Элек ҡабырсаҡтар, төймәләр, медальондар ҙа ҡулланылған. Шундай муйынсаларҙы элек өләсәйҙәребеҙ таҡҡан. Тәңкәләр айырым роль уйнаған, һанына һәм нисек тегелешенә ҙур иғтибар биргәндәр. Улар күҙ тейеүҙән һаҡлаған», — тип һөйләй оҫта Лениза Муллаярова үҙенең шөғөлө хаҡында.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика