Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.13
+0.51
90.38
+1.13
65.16
+0.53
17+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Сентябрь 2021, 17:26

Республикала ҡырау, томан һәм елдең көсәйеүе көтөлә — Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы

Гөлфиә Акулова
Гөлфиә Акулова
Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы халыҡты алдағы тәүлектә хәүефле һауа шарттары хаҡында иҫкәртте.
«Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, 8 сентябрҙә республикала һауа температураһының 0, -3 градусҡаса һалҡынайтыуы, һауала һәм тупраҡта ҡырау төшөүе көтөлә. Елдең тиҙлеге секундына 17 метрға етеүе ихтимал. Автомобиль юлдарының айырым участкаларында төндә һәм иртән томанда күреү мөмкинлеге 500 метрҙан кәмей», — тиелә ведомство белдереүендә.
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: