11:20 (UTC+5), 07 Сентября 2021

Өфөлә тәҙрәнән йығылып төшкән 3 йәшлек ҡыҙыҡайҙы, уның 11 айлыҡ ҡустыһын әсәһенә кире ҡайтаралар

Честно говоря проекты, Fb
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Өфөлә ваҡытлыса Сабыйҙар йортона урынлаштырылған 3 йәшлек ҡыҙыҡайҙы һәм 11 айлыҡ малайҙы әсәһе Галина Юсибоваға кире ҡайтаралар. Был хаҡта «Честно говоря» проекты ҡатындың һүҙҙәренә һылтанып хәбәр итте.
Балаларҙың әсәһе әйтеүенсә, ул йәшәгән урынын уңайлыраҡҡа алмаштырған, медицина тикшереүе үткән, тейешле тестар һәм анализдар тапшырған, белгестәргә күренгән. Галинаға үҙенең бер ҡайҙа ла иҫәптә тормауы тураһында белешмәләр генә алырға кәрәк.
Балаларымды тартып алғас, миңә бик ҡыйын булды, ашығыс ярҙам саҡыртырға тура килде, ти ул. Хәҙер уның хәле яҡшыраҡ. Ҡатын балаларын ныҡ һағыныуын әйтте.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, 29 августа булған хәлдән һуң опека органдары балаларҙы әсәһенән тартып алып, Аврора урамындағы Сабыйҙар йортона урынлаштырҙы. Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, был көндө балалар әсәһе менән өйҙә ултырған. Әсә йоҡлап ятҡан, ә сабыйҙар тәҙрә төбөндә уйнаған. Ҡыҙыҡай беренсе ҡаттың тәҙрәһенән йығылып төшкән, ә уның ҡустыһын осраҡлы үтеп барған ир күреп ҡалып, ярҙамға килгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика