04:54 (UTC+5), 06 Сентября 2021

Башҡортостанда иң ҡатмарлы урман янғыны һүндерелгән, йәнә яңыһы теркәлгән

Башҡортостан Республикаһы буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Тәүлек эсендә Башҡортостанда йәнә бер урман янғыны сығанағы теркәлгән. Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, Учалы районында 0,13 гектар майҙанда ут сыҡҡан.
Ҡотҡарыусылар Белорет, Бөрйән һәм Учалы райондарында дүрт тәбиғәт янғынының тулыһынса һүндерелеүе хаҡында хәбәр итте.
«1530 гектар майҙанда өс тәбиғәт янғыны ҡотора. Айырыуса Баймаҡ районында хәл ҡатмарлы ине, 2 сентябрҙә унда ҡоро үлән яна башланы. Йәкшәмбе янғын тулыһынса һүндерелде, 1000 гектар ер зыян күрҙе», — тип белдерҙеләр ведомствола.
Әлеге ваҡытта Баймаҡ районы Төркмән ауылы эргәһендә янғын ҡотора. 53 кеше һәм 16 берәмек махсус техника ут менән көрәшә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика