10:56 (UTC+5), 03 Сентябрь 2021

Көйөргәҙе районында меценат Иҫке Мораптал ауылы мәктәбен ремонтлаған

https://vk.com/radiyhabirov
https://vk.com/radiyhabirov
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Көйөргәҙе районы Иҫке Мораптал ауылында тыуып үҫкән, хәҙерге көндә Мәскәүҙә йәшәгән меценат «Атайсал» проекты сиктәрендә тыуған ауылы мәктәбен ремонтлаған.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, проект Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән яҡташтарҙың тыуған төйәктәренә ярҙам программаһы булараҡ барлыҡҡа килде.
«Ярты йыл элек башлап ебәргән проектыбыҙ, ысынлап та, нығынды. Яҡташтарҙың тыуған ауылдарына ярҙам итеүе хаҡында миҫалдар бихисап: кемдер аҡса менән, кемдер фельдшер-акушерлыҡ пунктын ремонтлай, кемдер балалар майҙансыҡтары төҙөй йәки шишмәне төҙөкләндерә. Күптәнән республиканан ситтә йәшәгән яҡташтарыбыҙҙың ошо проектҡа ҡушылыуы икеләтә ҡыуаныслы», — тип яҙҙы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
«Атайсал» проектында сайт аша ҡатнашырға, ошонда уҡ муниципалитет халҡына ҡыҙыҡлы булырҙай проект тәҡдим итергә мөмкин. Программа тураһында ентеклерәк «Башинформ» материалында уҡығыҙ.
1 из 7
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика