10:07 (UTC+5), 03 Сентябрь 2021

«Өфө» халыҡ-ара аэропортынан яңы осош йүнәлештәре асыла

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Өфө» халыҡ-ара аэропортынан яңы йүнәлештәр асыла. Башҡортостандың баш ҡалаһынан Доминикана Республикаһына, Азербайжанға, Мысырға осорға мөмкин, тип хәбәр итте «Өфө» халыҡ-ара аэропорты.

16 сентябрҙән Air Cairо авиакомпанияһы Шәрм-әл-Шәйех – Өфө – Шәрм-әл-Шәйех йүнәлеше буйынса Мысырға оса башлай. Рейстар аҙнаһына бер тапҡыр башҡарыла. Өфөнән осош ваҡыты – урындағы ваҡыт менән төнгө 1-се 5 минутта.

1 октябрҙән «Аэрофлот» авиакомпанияһы Баҡы — Өфө — Баҡы йүнәлеше буйынса оса башлай. Рейстар шишәмбе һәм йома көндәрендә башҡарыла. Өфөнән осош ваҡыты – урындағы ваҡыт менән 3 тула 25 минутта.
5 октябрҙән Доминиканаға осорға мөмкин. AZUR авиакомпанияһы Ла-Романа – Өфө – Ла-Романа йүнәлеше буйынса оса башлай. Рейстар 12 көнгә бер тапҡыр башҡарыла.
Доминикана Республикаһына Nordwind Airlines авиакомпанияһы менән дә осорға мөмкин. 8 октябрҙән 12 көнгә бер тапҡыр Пунта-Кана — Өфө — Пунта-Кана йүнәлеше буйынса осоштар башлана.
Сәйәхәткә сығыр алдынан илгә инеү шарттары тураһында мәғлүмәттәр менән ентеклерәк танышырға кәрәк, тип иҫкә төшөрҙөләр «Өфө» халыҡ-ара аэропортында.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика