07:00 (UTC+5), 02 Сентября 2021

Тәҙрәнән ҡолап төшкән ҡыҙыҡай һәм уның 11 айлыҡ ҡустыһы ваҡытлыса Өфөнөң Сабыйҙар йортона урынлаштырылды

Олег Яровиков
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Өфөлә беренсе ҡаттың тәҙрәһенән ҡолап төшкән ҡыҙыҡай, уның 11 айлыҡ ҡустыһы ваҡытлыса Аврора урамындағы Сабыйҙар йортона урынлаштырылды. Опека органдары ике баланы ла алып китте, тип хәбәр итте әсә «Честно говоря» программаһына.
Әлеге ваҡытта ҡатын шок хәлендә, һаман иҫенә килә алмай. Балаларымды кире ҡайтарыу өсөн төрлө ысулдар эҙләйем, тине ул журналистарға.
Ҡатын социаль хеҙмәттәрҙә иҫәптә тормаған, ғаилә имен тип иҫәпләнгән.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был хәл 29 августа булғайны, тип хәбәр итте «Башинформ». Башҡортостан Республикаһының Эске эштәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, был ваҡытта балаларҙың әсәһе өйҙә булған. Әсә йоҡлап ятҡан, ә сабыйҙар тәҙрә төбөндә уйнаған. Ҡыҙыҡай беренсе ҡаттың тәҙрәһенән йығылып төшкән, ә ҡустыһы ҡолап өлгөрмәгән — ошо тирәнән үтеп барған ир фажиғәгә юл ҡуймаған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика