Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.91
+0.86
93.16
+0.5
62.51
+0.52
-3 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Сентябрь 2021, 14:38

Республикала көслө ямғыр һәм елдең секундына 22 метрға етеүе көтөлә

3 сентябрҙә Башҡортостанда көслө ямғырҙар башлана. Елдең тиҙлеге секундына 22 метрға етеүе ихтимал. Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, республиканың төньяҡ-көнбайыш райондарында йәшенле ҡойма ямғырҙар фаразлана, көньяҡ-көнсығыш яуым-төшөм көтөлмәй. .
«Һауа температураһы төндә 13-18°, таулы райондарҙа 5-10°, көндөҙ 17-22°, көньяҡта 27° була», — тип белдерҙе республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы вәкилдәре.
Насар һауа торошо тураһында иҫкәртеү 2 сентябрь кисенән ғәмәлдә, тип билдәләнеләр ведомствола.
Автор: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас