07:57 (UTC+5), 01 Сентября 2021

1 сентябрҙә Өфө районы Зубов ауылында «Белем» мәғариф үҙәге асылды

Олег Яровиков
Азат Ғиззәтуллин
Бөгөн Өфө районы Зубов ауылында «Белем» мәғариф үҙәген асыу тантанаһы уҙҙы. Уҡыусыларҙы һәм уҡытыусыларҙы Белем көнө менән ҡотларға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров килде.
«Изге йола буйынса, Белем көнөндә беҙ яңы мәктәптәр асабыҙ. Ауылығыҙ әүҙем төҙөлә, әлбиттә, был мәктәп бик кәрәк ине. Бөгөн, Белем көнөндә, уҡыусыларыбыҙҙы ҡотлайым, белем алыуҙа ғына түгел, спортта ла алға ынтылыуҙарын, үҙҙәренең ижади мөмкинлектәрен киңәйтеүҙәрен теләйем. Был көндө мин балаларыбыҙға, үҫеп килгән быуынға тәрбиә биреү бурысы йөкмәтелгән уҡытыусыларға ла рәхмәт белдерәм. Һеҙгә ҙур рәхмәт! Ҡатмарлы осорҙа йәшәйбеҙ, санитар сикләүҙәр ғәмәлдә ҡала. Бөтәгеҙҙән дә үҙегеҙҙе, уҡытыусыларҙы, уҡыусыларҙы һаҡлауығыҙҙы һорайым. Әгәр барлыҡ талаптарҙы теүәл үтәһәк, ошо афәтте мотлаҡ еңеп сығырбыҙ. Һәммәгеҙҙе лә байрам менән! Белем көнө менән!» — тине Башҡортостан Башлығы, тантаналы линейкала сығыш яһап. «Дортрансстрой» йәмғиәтенең генераль директоры Дмитрий Ғилемйәнов (компания төҙөлөштөң генераль подрядсыһы булған) белем усағы директоры Павел Деркачҡа яңы мәктәптең символик асҡысын тапшырҙы. Шунан һуң тәүге ҡыңғырау яңғыраны һәм беренселәр уҡытыусылары менән үҙ ғүмерендәге беренсе дәрескә инеп китте.
Мәғариф үҙәге 640 уҡыусыға иҫәпләнгән мәктәпте һәм 160 бала өсөн тәғәйенләнгән балалар баҡсаһын берләштергән.
Заманса кластарҙан тыш, мәктәптә мобиль компьютер кластары, сит телдәрҙе өйрәнеү өсөн лингафон кабинеттары, лабораториялар менән химия, биология кабинеттары, 216 урынлыҡ ашхана, 110 урынлыҡ тамашалар залы, спорт һәм гимнастика залдары, уҡыу залы һәм медиатека менән китапхана, лекциялар залы, малайҙар өсөн слесарь һәм ағас эше оҫтаханалары, ҡыҙҙар өсөн йорт хужалығы һәм кулинария, тегеү кабинеттары бар.
Башҡортостан Башлығы физика һәм информатика кабинеттарын ҡарап сыҡты, башланғыс кластарҙың кабинеттарында уҡытыусылар менән аралашты, беренселәргә яңы белем алыуҙарын теләне. Радий Хәбиров башланғыс класс уҡыусылары өсөн интерактив уйын залында ла булды. ОБЖ кабинетында унынсы класс уҡыусыһы ваҡытҡа Калашников автоматын йыйып-һүтеп күрһәтте. Мәктәп ашханаһында Радий Хәбиров меню менән ҡыҙыҡһынды. Уға бында башлыса республикала үҫтерелгән аҙыҡ-түлек файҙаланыуҙары хаҡында һөйләнеләр.
Быйыл яңы мәктәптә йәмғеһе 956 уҡыусы уҡый.
1 из 38
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика