07:37 (UTC+5), 31 Августа 2021

Өфөнөң һыу алыу ҡоролмаһында техноген һәләкәт тураһында ялған хәбәр авторҙарына 500 мең һумға тиклем штраф янай

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Социаль селтәрҙә билдәһеҙҙәр, йәнәһе лә, Өфөлә техноген һәләкәт булған, һыу алыу ҡоролмаһына фенол аҡҡан, шуға һыуҙы эсергә ярамай тигән ялған хәбәрҙәр тарата.
«Иҫкәртеү» ялған булып сыҡты, ҡала хакимиәтендә лә, «Өфө һыу каналы» предприятиеһында ла мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар.
«Ҡаланың эсәр һыуы өфөләр өсөн хәүефһеҙ», — тип белдерҙеләр предприятиела.
Асыҡланыуынса, бер нисә йыл элек тә социаль селтәрҙә ошондай уҡ йөкмәткеле хәбәр таратылған.
«Социаль селтәрҙә 1989 йылда баш ҡалабыҙҙа булған фенол һәләкәте тураһында хәтирә менән бәйле төрлө хәбәрҙәр йөрөй. Һуңғы тапҡыр ялған хәбәрҙәр 2017 йылдың сентябрендә, ә уға тиклем – 2015 йылда ШОС һәм БРИКС саммиттары алдынан ебәрелгәйне. Ул саҡтағы кеүек, хәҙер ҙә бындай хәбәрҙәр дөрөҫлөккә тап килмәй. Ҡала халҡы һыуҙың сифаты хаҡында борсолмаҫҡа мөмкин», — тип белдерҙеләр баш ҡала хакимиәтендә.
Өфө хакимиәтендә ялған мәғлүмәт таратҡан өсөн ғәйеплеләрҙе енәйәт яуаплылығына тарттырыу тураһында ғариза менән хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итергә йыйыналар. Закон буйынса, ялған хәбәрҙе дөрөҫ тип таратҡан өсөн 500 мең һумға тиклем штраф янай.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика