11:34 (UTC+5), 30 Августа 2021

Башҡортостандың йыйылма командаһы WorldSkills Russia-2021 чемпионатының миҙал иҫәбендә икенсе урынды алды

Олег Яровиков, Валерий Шахов
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Өфөлә Рәсәйҙәге һөнәри белем биреү учреждениелары студенттары һәм уҡыусылары араһында WorldSkills стандарттары буйынса иң күләмле һөнәри оҫталыҡ ярыштарына – IX «Йәш һөнәрмәндәр » (WorldSkills Russia) милли чемпионаты финалына йомғаҡ яһалды.
Дөйөм команда иҫәбе һөҙөмтәләре буйынса Мәскәүҙең йыйылма командаһы беренселектең абсолют чемпионы тип танылды.
Миҙал иҫәбе буйынса беренсе урынды Татарстан Республикаһы яуланы.
Икенсе урынды Башҡортостан Республикаһы һәм Санкт-Петербург командалары бүлеште. Өсөнсө урынды Мәскәү өлкәһе алды.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2017 йылда Башҡортостандың йыйылма командаһы Милли финалдың 13-сө урынында булһа, былтыр ул 8-се урынға сыҡты.
Иң көслө ун команда иҫәбендә шулай уҡ Красноярск һәм Краснодар крайҙары, Новосибирск, Кемеров, Свердловск, Силәбе, Сахалин, Һамар, Төмән өлкәләре, Саха Республикаһы (Яҡутстан) вәкилдәре лә бар.
Юниорҙар араһында еңеүселәр һәм призерҙар 2021 йылда Бөтә Рәсәй балалар лагерҙарында «Профилле техноотрядтар» тематик сменаларында ҡатнашырға мөмкинлек биргән сертификат менән бүләкләнә.
«Был беҙҙең өсөн ауыр көндәр һәм төндәр булды. Һеҙҙең нисек ярышыуығыҙҙы күрҙем. Кемегеҙҙер еңеүсе, призер булды, ләкин шуныһы аныҡ билдәле: арағыҙҙа бер еңелеүсе лә юҡ. Сөнки барығыҙ ҙа – профессионалдар. Бөгөн, ошо мәлдә, ҡатнашыусыларға хөрмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Ныҡышмалылығығыҙ, оҫталығығыҙ һәм йәштәрсә ҡыйыулығығыҙ алдында баш эйәбеҙ. Шулай дауам итегеҙ! Изге юлға! Башҡортостан һеҙҙе һәр ваҡыт көтә!» – тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тантанала ҡатнашыусыларға.
1 из 7
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика