10:48 (UTC+5), 27 Августа 2021

Өфөлә «Батырфест» турниры еңеүсеһе башҡорт тоҡомло ат менән бүләкләнә

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
28 августа Ағиҙел йылғаһы буйындағы Өфө амфитеатрында «Батырфест» турниры ойошторола. Ярыштар Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто кубогына «Батырфест» милләт-ара фестивале барышында уҙғарыла. Сара иртәнге сәғәт 10-да башлана.
Ҡатнашыусылар мас-рестлинг, уҡтан атыу, суҡмар ташлау, махсус урынға биш таш күтәреү кеүек ярыштарҙа көс һынаша. Уларҙы профессиональ спортсылар баһалай.
Бында шулай уҡ спорт уйынының яңы ҡыҙыҡлы төрө – Кумыс RUN ойошторола. Һәр уйынсы 1609 метрға йүгереүҙән тыш, бер литр ҡымыҙ эсеп бөтөрөргә тейеш.
Турнир еңеүсеһе башҡорт тоҡомло ат менән бүләкләнә. Ҡатнашыусыларҙы ҡиммәтле бүләктәр көтә.
Ойоштороусылар Башҡортостан халҡын һәм ҡунаҡтарын күркәм тамашаға саҡыра. Инеү ирекле.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, теләгәндәр онлайн-конкурста ла ҡатнашырға мөмкин. Бының өсөн https://vk.com/ddn_rb төркөмөнә яҙылып, 10 сентябргә тиклем «Мин «Батырфест» фестивалендә ҡатнашам» билдәһе һәм #БатырFestOnline хештегы менән Instagram, Facebook, Бәйләнештә социаль селтәрҙәренә ҡыҙыҡлы видео йәки фото һалырға кәрәк.
Конкурсҡа йомғаҡ 15 сентябрҙә яһала. Спорт темаһына арналған үҙенсәлекле яҙмалар айырым бүләкләнә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика