06:23 (UTC+5), 27 Августа 2021

Белорет районы башлығы урман янғындарына бәйле хәлде ауыр тип атаны һәм ярҙам һораны

vk.com
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Белорет районы башлығы Андрей Иванюта районда урман янғындарына бәйле хәлде ауыр тип атаны һәм республика халҡынан ярҙам һораны.
«Урман янғындарына бәйле хәл ауыр. Район биләмәһендә дүрт янғын ҡотора: икәүһе — Инйәр зонаһында, тағы икәүһе Ҡағы һәм Тирлән урмансылыҡтарында. Бөгөн тау саңғыһы трассаһынан алыҫ булмаған урында йәнә бер янғын сыҡты. Уның майҙаны — 1,9 гектарға яҡын. Үҙем барҙым. Урмансылар, ирекмәндәр һәм урындағы халыҡ менән утты һүндерҙек, төнгөлөккә дежур итергә ҡалдыҡ», — тип яҙҙы ул социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Район башлығы Мулдаҡай урмансылығындағы хәлде бик көсөргәнешле тип атаны.
Бөгөн иртән Белорет районы башлығы яңы яҙмаһында ярҙам һорап мөрәжәғәт итте:
«Белоретҡа, тау саңғыһы базаһы эргәһендәге янғын урынына килдем. Янғын көсәйә, беҙгә уттың таралыуын туҡтатыу өсөн физик әҙерлекле ир-егеттәрҙең ярҙамы кәрәк. Эш ауыр, ут ҡабынған урынды уратып ҡаҙып сығабыҙ. Йыйылыу урыны: элекке «Парус» лагеры яғына юл. Унда янғын машинаһы тора. Үҙегеҙ менән көрәк, 3 литр эсәр һыу, таулы урындарҙа эшләү өсөн аяҡ кейеме алығыҙ», — тип хәбәр итте муниципалитет етәксеһе.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика