05:46 (UTC+5), 26 Августа 2021

Республикала 25 августа яңы температура рекорды ҡуйылды

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Шаршамбы, 25 августа, Башҡортостанда көн эҫе булды. Ҡайһы бер биләмәләрҙә термометр бағанаһы +34,5 градусҡаса күтәрелде. Шуның һөҙөмтәһендә республикала йәнә максималь һауа температураһының тәүлек рекорды яңырҙы.
«25 августа көндөҙ Өфө-Дим аэрологик станцияһында һауа температураһының абсолют максимумы теркәлде, ул +34,5° тәшкил итте. 2016 йылда был көндө максималь һауа температураһы +33,6° булды», — тип хәбәр ителә Башгидрометүҙәк сайтында.
Кисә республикала максималь һауа температураһы +30,6 градустан +35,3 градусҡаса күтәрелде.
Әйткәндәй, был Өфөлә һәм республикала быйылғы август айының туғыҙынсы температура рекорды.
Бөгөндән, 26 августан, һауа температураһы Башҡортостанда – +29,+34°, Өфөлә иһә +30,+32° тиклем түбәнәйә, тип фаразлай синоптиктар. Ял көндәрендә һауа температураһының нығыраҡ түбәнәйеүе көтөлә. Был осорҙа уртаса тәүлек температураһы норманан 2-4° юғарыраҡ була. Айырым көндәрҙә генә урыны менән ямғыр яуыуы мөмкин.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика