11:39 (UTC+5), 26 Августа 2021

Өфөлә «Йәш һөнәрмәндәр» WorldSkills Russia-2021 чемпионатының милли финалы башланды

Олег Яровиков, Валерий Шахов
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
25 августа Өфөнөң «Ватан» паркында IX «Йәш һөнәрмәндәр» (WorldSkills Russia) 2021 милли чемпионаты финалын асыу тантанаһы уҙҙы.
Рәсәйҙең 76 төбәгенән килгән ҡатнашыусыларҙы сәхнәлә сәләмләнеләр. Амфитеатр битләүенә бер нисә мең тамашасы йыйылды. Өфө күгендәге аэростаттар тантананың күркәм биҙәге булды — сәхнә һәм тантана тамашасылары өҫтөнән «Самрау» Бөтә Рәсәй һауала осоу фестивале спортсылары осоп үтте.
«WorldSkills планетаһы» — оҫталыҡ һәм һөнәрмәнлек планетаһы байрамды асыу сараһының төп темаһы булды.
Ойоштороусылар ҡунаҡтарға башҡорт халҡының мәҙәниәтен күрһәтергә тырышты: сәхнәнән ҡурай моңо яңғыраны, милли кейемдәрҙәге артистар сығыш яһаны. Тамаша сәхнә өҫтөндәге яҡтылыҡ шоуы менән оҙатылып барҙы.
Чемпионатта ҡатнашыусылар Өфөләге ярыштарҙың үҙенсәлекле гимнын эләктереп алды: «Был Өфө, был WorldSkills».
Сәхнәнән ҡатнашыусыларға Владимир Путиндың сәләмләү телеграммаһын уҡып ишеттерҙеләр. Ул йәш һөнәрмәндәргә уңышлы сығыш яһауҙарын теләне һәм остаздарға, тренерҙарға уларҙы әҙерләгәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.
Халыҡ-ара йыһан станцияһы бортынан WorldSkills ҡатнашыусыларына йыһан сәләмен еткерҙеләр, ә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров чемпионатҡа тантаналы старт бирҙе.
Йыһан темаһын дауам итеп, яҡтылыҡ диодлы меңләгән дрон Өфө күгенә күтәрелде. Пилотһыҙ осоу аппараттары ҡатмарлы фигуралар һәм яҙыуҙар булып теҙелде. Шул рәүешле «Ватан» паркы өҫтөндә Салауат Юлаев һәйкәленә «йән инде», Рәсәй төрлө төҫкә инеп емелдәне, уртаһына герб төшөрөлгән Башҡортостаныбыҙ йәшел төҫ менән балҡыны.
Тамашасылар быны иҫе китеп ҡарап торҙо.
Һуңынан сәхнәлә популяр йырсы Егор Крид сығыш яһаны.
1 из 28
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика