09:11 (UTC+5), 24 Августа 2021

Республикала һыуға батып барған ирҙе ҡотҡарыусыларҙы бүләкләйҙәр

Башҡортостан Республикаһы буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Өфөнән Ринат Сафин һәм Ҡазандан Илья Ермолаев 13 августа һыуға батып барған ирҙең ғүмерен ҡотҡарған. Ринат әсәһе менән Архангел районы Абҙан ауылы янына ял итергә килгән булған, бер ваҡыт ул ярҙам һорап ҡысҡырған ҡатын-ҡыҙ тауышын ишетеп ҡалған.
«Бер ҡатындың ире һыуға бата башлаған. Ринат ярҙамға ашыҡҡан. Күпмелер араны йөҙөп барғас, һыуҙа иҫһеҙ ятҡан кешене күргән. Был ваҡытта зыян күреүсе эргәһендә тағы бер ир булған. Улар бергәләп аңын юғалтҡан кешен яҡындағы утрауға сығарған, шунан уға беренсе ярҙам күрһәткән», — тип белдерҙеләр республика Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Икенсе герой — Ҡазандан Илья Ермолаев. Баҡтиһәң, зыян күреүсегә беренсе булып йөҙөп килгән ир уны Инйәр йылғаһы төбөнән алып сыҡҡан. Илья 30 метр тирәһе йөҙөп барған, ләкин ул килеп еткәнсе, теге ир һыу төбөнә киткән. Егет һыу төбөнә сумған.
Билдәле булыуынса, Татарстан кешеһе ғаиләһе менән Силәбе өлкәһенән ҡайтып килешләй Абҙанда ял итергә туҡтаған.
Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы геройҙарҙы бүләкләргә йыйына һәм тейешле документтар әҙерләй.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика