04:23 (UTC+5), 24 Август 2021

Өфөлә педагогтарҙың 90% ашыуы коронавирустан прививка яһатҡан

Олег Яровиков
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Өфөлә педагогтарҙың 90% ашыуы, шул иҫәптән балалар баҡсалары, өҫтәмә белем биреү учреждениелары тәрбиәселәре һәм мәктәп уҡытыусылары яңы коронавирус инфекцияһынан вакцинация үткән. Был хаҡта Өфө хакимиәтендәге оператив кәңәшмәлә ҡаланың Мәғариф идаралығы етәксеһе Елена Хаффазова хәбәр итте.
«Ошо йәһәттән эште дауам итәбеҙ. Педагогтар йәйге ялдан сыға һәм аңлы рәүештә прививка яһатырға бара», — тине Хаффазова.
Бынан алда «Башинформ» агентлығы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса республикала уҡытыусыларҙың 80% ашыуы яңы коронавирус инфекцияһынан прививка эшләтергә тейешлеге тураһында хәбәр иткәйне.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика