Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.13
-0.37
98.71
-0.2
89.38
+0.27
17+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Август 2021, 14:16

Альберт Мәхмүтов: Ғәйнәләр - башҡорт халҡының көслө ырыуҙарының береһе

Альберт Мәхмүтов – ғәйнә башҡорто, Пермь крайының Барҙа районында тыуып үҫкән, урындағы тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры, «Пермь башҡорттары» китабы авторҙарының береһе, төбәк башҡорттарының тарихын һаҡлау йәһәтенән күп көс һалған милләттәштәребеҙҙең береһе. Ул үҙенең арҙаҡлы яҡташы, билдәле милләттәшебеҙ Туҡтамыш Ишбулатовтың данын терегеҙеү, уға һәйкәл ҡуйыу өсөн күп тырышлыҡ һалған.
Мәғлүм булыуынса, Туҡтамыш Ишбулатов — 18-се быуатта йәшәгән билдәле башҡорт шәхестәренең береһе. 1730 йылда Ишбулат Ҡамышев исемле башҡорт кешеһенең ғаиләһендә тыуған.
1767—1768 йылдарҙа – Уложенная комиссия депутаты. Заманының эре мәғдән сәнәғәтсеһе булған, егерме йыл тиерлек башҡорттарҙың иң күп халыҡлы, алдынғы Ғәйнә волосы старшинаһы вазифаһын башҡарған. Өфө провинцияһы башҡорттарының наказдары авторы. Киң белемле шәхес булған, башҡорт халҡының социаль-иҡтисади, сәйәси-хоҡуҡи хәлен яҡшы аңлаған, башҡорт һәм рус телдәрендә ирекле аралашҡан, уҡый-яҙа белгән.
Наказдарҙы ул 47 биткә, 35 бүлеккә яҙған. Унда ул башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуҡтарын, эске үҙидараһын, мосолмандарҙың дини хоҡуҡтарын яҡлаған. Уложенная комиссия ултырыштарында биш тапҡыр сығыш яһаған, Өфө сауҙагәрҙәренең монополиялы сауҙаһына ҡаршы көрәшкән, башҡорт старшиналарына беркетелгән һәм һәр аҙымын түрәләргә еткереп торған мишәр писарҙәренән арындырыуҙы талап иткән. 1771-1773 йылдарҙа Польша походында ҡатнашҡан.
Альберт Мәхмүтов әйтеүенсә, арҙаҡлы милләттәшебеҙгә уның тыуған яғында һәйкәл ҡуйыу мәсьәләһе күптән күтәрелһә лә, был хәл былтыр, Бөтә донъя башҡорттары ҡоротайы ярҙамында тормошҡа ашырылған (скульпторы – Ө. Ҡобағышев). Унда Туҡтамыш Ишбулатовтың шәжәрәһен дә күрергә була. Әйткәндәй, был шәжәрә – киң, тәрәндән өйрәнелгән һәм мәғлүмәт сығанағы булып тора. Һәйкәл, анығыраҡ әйткәндә, тап ошо шәжәрәгә таянып яһалған. Альберт Мәхмүтов һуңғы йылдарҙа Башҡортостан һәм Барҙа башҡортары араһында хеҙмәттәшлек ептәре нығыуын, урындағы йәмәғәт ойошмалары милләттәштәребеҙҙе берләштереү буйынса ҙур эштәр алып барыуын билдәләй. Милли кейемдәрҙе тергеҙеү, Туҡтамыш Ишбулатов һәйкәле янында тағы ла арт-объекттар асыу – ошо иҫәптә.
Альберт Мәхмүтов – әүҙем, рухлы шәхес. Ул Милли кейем парадында ҡатнашҡан һәм Барҙа башҡорттарының милли кейем өлгөләрен тергеҙеү өсөн күп көс һала. «Беҙҙең нимә теләгәнде, нескәлектәрҙе Өфө ҡалаһындағы оҫтаханалар шунда уҡ төшөндө һәм онотола башлаған ғәйнә башҡорттары баш кейемдәре – тәҡиәне, кәләбәште тергеҙҙек. Көмөштән генә йыйылған кәләбәш ҡабатланмаҫ үҙенсәлеге менән һоҡландыра. Боронғо ҡомартҡыны Гөлдәр Шәбиева тергеҙгән. «Ҫаҡал» тип аталған милли биҙәүес тә шулай уҡ, уның ҡул эше. Бөгөн бындай биҙәүес өлөшөһөн Санкт-Петербургтағы Рәсәй этнография музейында осратырға мөмкин. Башҡорт халҡының милли ҡомартҡыһы XIX быуаттан һаҡланған», – ти Альберт Мәхмүтов.
Ул Ғәйнә башҡорттарының бик боронғо тарихлы, көслө ырыу булыуын һыҙыҡ өҫтөнә ала. «Һөйләшебеҙ үҙенсәлекле, ул элек-электән килгән һәм әле лә беҙ ошо һөйләшкә тоғро ҡалабыҙ. Өфөгә килһәң, «телең татарсаға тартым», тиҙәр, Ҡазанда иһә, «татар теле түгел», тип белдерәләр. Был – башҡорт теленең бер һөйләше, ғәйнәләр теле һәм беҙ уның менән ғорурланабыҙ», – ти Альберт Мәхмүтов.
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: