
«Ғимран Нухов Ҡатай улусы, бигерәк тә Сермән ауылы өсөн бик күп эштәр башҡара. Ул идара иткән ваҡытта Сермәндә ун биш урынлыҡ дауахана, ике класлы рус-башҡорт мәктәбе асыла. 1900 йылда һалынған улус идаралығы йорто беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланып ҡалған. 1919 йылда унда балалар өсөн приют асыла, унда Башҡортостандың халыҡ артисы Арыҫлан Мөбәрәков, яҙыусы Мөхитдин Тажи тәрбиәләнә. Әле был йортта мәсет урынлашҡан», — тип һөйләне Рәмзиә Мамедова.
«Быйыл Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡорт тарихы йылы тип иғлан иткәйне. Республика буйлап ырыуҙар йыйындары, шәжәрә байрамдары ойошторола, уларҙа халҡыбыҙҙың тарихы барлана, үҫеп килеүсе быуынға еткерелә. Һуңғы йылдарҙа тарихты күсереп яҙырға тырышыу, илебеҙҙең ҡаҙаныштарын инҡар итергә тырышыу күренештәре йышайҙы. Шуға ла йәштәр иленең, халҡының үткәнен, үҙ тамырҙарын белергә, уны һаҡларға тейеш. Ҡатайҙар иһә быйыл унынсы тапҡыр йыйыла, улар — иң әүҙем ырыуҙарҙың береһе. Был йәһәттән ырыу башлығы Рәнис Алтынбаевтың тырышлығын билдәләргә кәрәк. Тағы ла шуны әйтергә теләйем, милләттәштәребеҙ тарихын ғына түгел, телен дә белһен һәм һаҡлаһын ине», — тине Эльвира Айытҡолова.
«Ҡатай йәштәре йыйыны йыл һайын башҡа бер төбәктә уҙғарыла. Ике йыл элек ул Ҡыйғы районында үтте, эстафетаны Балаҡатай алды. Былтыр пандемия сәбәпле тулы кимәлдә йыйылып булманы, сара онлайн рәүештә үтте һәм эстафета Сермән ауылына тапшырылды. Әйтергә кәрәк, беҙҙең йыйындарҙа Таш күтәреү, Ҡатай көрәше кеүек беҙҙең яҡтарға ғына хас спорт ярыштары тергеҙелде. Элек гер булмаған бит, шуға батырҙар таш күтәреп көс һынашҡан. Ҡатай көрәше иһә һыбай килеш көрәшеү, ярышташты атынан һөйрәп йә этеп төшөрөү. Бик ҡыҙыҡ һәм мауыҡтырғыс тамаша», — тип һөйләне Рәнис Алтынбаев.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.