09:56 (UTC+5), 23 Августа 2021

Башҡортостанда — янғынға ҡаршы режим, 41 муниципалитетта иһә ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелде

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Республика биләмәһендә юғары янғын хәүефенә бәйле янғынға ҡаршы махсус режим индерелде. Бынан тыш, 40 муниципаль районда һәм бер ҡала округында ауыл хужалығы культураларының һәләк булыуы сәбәпле ғәҙәттән тыш хәл режимы ғәмәлдә. Дүшәмбе хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Фәрит Ғүмәров ошо турала белдерҙе.
Башгидромет мәғлүмәттәре буйынсаа, 21-27 августа республиканың күпселек райондарында ғәҙәттән тыш янғын хәүефе һаҡлана.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тәбиғәт янғындарын һүндереү менән шөғөлләнгән Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, урман хужалығы хеҙмәткәрҙәренә һәм ирекмәндәргә рәхмәт әйтте.
«Тәбиғәттең үҙ ҡануны. Синоптиктар белдереүенсә, аҙна аҙағына температура түбәнәйергә тейеш, төндә бер аҙ һалҡынайта, ямғыр көтөлә. Был аҙнала түҙергә кәрәк. Түҙербеҙ тип уйлайым», — тине Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе муниципалитет башлыҡтарына мөрәжәғәт итте, әгәр кем дә булһа уттың тораҡ пунктҡа инеүенә юл ҡуйһа, тимәк, ул был эште башҡарып сыға алмаған.
«Һәр төрлө мәсьәлә буйынса беҙгә мөрәжәғәт итегеҙ. Техника кәрәк икән, техника ебәрербеҙ. Тағы ла нимәлер кәрәк булһа, алданыраҡ әйтегеҙ. Уттың тораҡ пунктҡа ингәнен көтмәгеҙ, быға юл ҡуйырға ярамай!» — тип ҡаты иҫкәртте республика етәксеһе.
Бер аҙнала республика биләмәһендә 50 урман янғыны теркәлгән, 46 сығанаҡ һүндерелгән. Уттың тораҡ пункттарға таралыуына юл ҡуйылмаған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика