06:40 (UTC+5), 20 Августа 2021

1 сентябрҙә 130 меңдән ашыу уҡыусы Өфө мәктәптәренә уҡырға бара

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
1 сентябрҙә 130 меңдән ашыу уҡыусы Өфө мәктәптәренә уҡырға бара, тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин ҡала мәғариф хеҙмәткәрҙәренең август кәңәшмәһендә.
15 меңдән ашыу уҡыусы тәүге тапҡыр парта артына ултыра.
Быйыл баш ҡалала төҙөкләндерелгәндән һуң 21-се лицей файҙаланыуға тапшырыла, Кузнецов затонында 260 урынлыҡ балалар баҡсаһы сафҡа индерелә, тип белдерҙеләр Өфө хакимиәтендә. 2022 йылда Инорс-4 биҫтәһендә 1650 уҡыусыға иҫәпләнгән мәктәп асыу күҙаллана.
Башҡортостанда 498 441 уҡыусы өсөн яңы уҡыу йылы башлана, республикала быйыл 60 239 бала беренсе класҡа бара.
Уҡытыусыларҙың республика август кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы «уҡыу процесын тулыһынса дистанцион форматҡа күсереү өсөн бер ниндәй ҙә нигеҙ юҡ, ләкин, коронавирус инфекцияһының таралыуын иҫәпкә алып, барыһына ла әҙер булырға кәрәк» тип белдергәйне.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика