04:21 (UTC+5), 19 Августа 2021

Республика халҡын һәм ҡунаҡтарын «Бал байрамы»на саҡыралар

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
19 августа Ғафури районы Красноусол ауылында республика «Бал байрамы» ойошторола. Уҙғарыу урыны – Һабантуй яланы.
Был байрам Рәсәй Федерацияһы Президентының«Төбәк-ара этнотуристик практикалар фестивале – «Башҡортостандың күп төҫлөлөгө» – 2021» этнотурфесы» грантын ғәмәлгә ашырыу барышында уҙғарыла. Ойоштороусыһы — Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто, «Сәйетбаба» башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге һәм Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы.
Байрамда төрлө ҡыҙыҡлы саралар үткәрелә. Шуларҙың береһе – Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат туристары, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто филиалдары белгестәре ҡатнашлығында этнографик тур. Быйыл март айында башланған экскурсоводтар конкурсына йомғаҡ яһау, Этнотурфесты ябыу тантанаһы була.
Тарихи-мәҙәни үҙәктәрҙең белгестәре милли аш-һыу күргәҙмәһе, туристар өсөн биҙәү-ҡулланма сәнғәте буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторорға йыйына.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика