14:22 (UTC+5), 19 Августа 2021

Беҙ аҡылын юйған ҡатынды ғәфү итәбеҙ: һәләк булған сабыйҙың әсәһе судҡа бирмәйәсәген белдерҙе

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Беҙ асыу тотмайбыҙ һәм барыһын да: бала табыу йортон да, табиптарҙы ла, минең менән бергә реанимацияла ятҡан ошо аҡылын юйған ҡатынды ла ғәфү итәбеҙ. Уны судҡа бирмәйбеҙ», — тип яҙҙы тыуғас та бала табыу йортонда яҡты донъя менән хушлашҡан сабыйҙың әсәһе социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 16 августа Стәрлетамаҡтың 1-се бала табыу йортонда ҡот осҡос хәл теркәлгән. Быға тиклем психоневрология диспансерында күҙәтеүҙә булған 29 йәшлек ҡатын бер палатала ятҡан ҡатындың сабыйын өсөнсө ҡаттағы тәҙрәнән ырғытҡан. Ошо көндө донъяға килгән бала алған йәрәхәттәрҙән йән биргән.
Стәрлетамаҡтан өсөнсө тапҡыр әсәй булған һәм шунда уҡ сабыйын юғалтҡан Виктория И. ире, ике улы менән ошо баланы нисек көтөүҙәре тураһында яҙған:
«Сабыйҙы бик көтөп алдыҡ, ғаиләбеҙҙә мөхәббәт һәм бәхет артһын өсөн өсөнсө бала табырға теләнек. Операция нисек үтер, тип ныҡ ҡайғырҙым. Миңә бик ҡыйын ине, ниндәйҙер мәлдә үлермен кеүек тойолдо. Табиптарға рәхмәтлемен, улары барыһын да һәйбәт эшләне — мин дә, бәләкәс тә һау-сәләмәт инек. Шул тиклем бәхет кисерҙем, ватсаптан шылтыратып, иремә һәм балаларыма сабыйыбыҙҙы күрһәттем. Өлкән балаларым ҡарында саҡта уҡ уны Володя тип йөрөтә башланы. Ҡыуана-ҡыуана был көндө билдәләргә тип Гагарин паркына киттеләр. Артабан фажиғәле хәлдәрҙән һуң беҙ сабыйҙы юғалттыҡ».
Ҡатын әйтеүенсә, был уларҙың тормошонда иң ҡурҡыныс көн булған.
«Ошо көндәрҙә ирем менән бала табыу йортонда ятҡанда (сөнки мин дауалана инем) кисерергә мөмкин булғандың барыһын да кисерҙек. Әрнеү ҙә, өмөтһөҙлөк тә, ҡайғы ла, инҡар итеү ҙә, үкһеп иланыҡ, бөтөнләй йоҡламаныҡ... Ә аҙаҡтан ошондай ҡыҫҡа ғына осорҙа Володя беҙҙе тағы ла нығыраҡ ҡәҙерләргә һәм яратырға өйрәтеүен аңланыҡ. Уны ла, бер-беребеҙҙе лә, баларыбыҙҙы ла, ғөмүмән, тормошто. Беҙ асыу һаҡламайбыҙ һәм бөтәһен дә: бала табыу йортон да, табиптарҙы ла һәм минең менән бергә реанимацияла ятҡан ошо аҡылын юйған ҡатынды ла ғәфү итәбеҙ.Судҡа ғариза яҙмайбыҙ. Яуызлыҡты яуызлыҡ менән еңеп булмай. Уны иҫтәлеккә фотоға төшөрөп өлгөрҙөм, шуның менән бәхетлемен. Балабыҙ менән хушлаштыҡ. Бөгөн иһә беҙҙең туй көнө. Мин барыбер ҙә өс бала әсәһемен. Бер балам йөрәгемдә йәшәй. Хәҙер беҙ Володябыҙ хаҡына бик бәхетле һәм мөхәббәттә йәшәйәсәкбеҙ», — тип яҙған Виктория.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика