06:58 (UTC+5), 19 Августа 2021

Башҡортостанда хроник сирҙәре булған уҡыусыларҙы өйҙән уҡыуға күсереүҙәре ихтимал

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Башҡортостанда COVID-19 йоҡтороу хәүефенә бәйле хроник сирҙәре булған уҡыусыларҙы өйҙән уҡыуға күсереүҙәре ихтимал.
Уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров Мәғариф һәм фән министрлығына ошондай балаларҙы ваҡытлыса онлайн-уҡыуға күсереү мөмкинлеген ҡарарға ҡушты.
«Ҡағиҙә булараҡ, балалар коронавирусты еңелерәк кисерә. Төрлө сирҙәрҙән яфаланған балалар ауырый. Был, тәү сиратта, диабет, һимеҙлек һәм башҡалар. Шуға күрә ошо балаларҙы ҡурсалау механизмдарын әҙерләргә кәрәк. 1 сентябрҙән 20-һенә тиклем коронавирус менән сирләү осраҡтарының артыуын көтәбеҙ», — тине Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе хроник сирле балаларҙы дистанцион белем алыуға ата-әсәләрҙең ризалығы менән һәм уҡыу йылының тәүге ике аҙнаһында ғына күсереү мөмкинлеген билдәләне.
Дөйөм алғанда, уҡыу процесын тулыһынса дистанцион форматҡа күсереү өсөн бер ниндәй ҙә нигеҙ юҡ, ләкин, коронавирус инфекцияһының таралыуын иҫәпкә алып, барыһына ла әҙер булырға кәрәк, тине Радий Хәбиров.
Коронавирус пандемияһы шарттарында мәктәптәрҙә түбәндәге санитар-эпидемиологик талаптарҙы үтәү дауам ителергә тейеш: битлек режимы, социаль арауыҡ, термометрия, микробтарҙы юҡ итергә һәләтле ҡулайламалар, медицина инспекторҙары контроле һәм башҡалар.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика