12:26 (UTC+5), 18 Августа 2021

Баш ҡалала йәнә «Мотоцикл» операцияһы башланды

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Башҡортостандың баш ҡалаһында 18 августан «Мотоцикл» операцияһының башланыуы тураһында иғлан ителде. Юл инспекторҙары документтарҙы тикшереү өсөн ике тәгәрмәсле транспорт водителдәрен йышыраҡ туҡтата башлай. Иҫкәртеү сараларының ҡасанға тиклем дауам итәсәген полицейскийҙар аныҡлап әйтмәне.
«Быйыл ете айҙа мототранспорт водителдәре ҡатнашлығында 41 юл фажиғәһе теркәлгән, ике кешенең ғүмере өҙөлгән, 48-е төрлө йәрәхәттәр алған. Мотоцикл водителдәре ғәйебе менән 15 авария булған», — тип хәбәр иттеләр Өфө Дәүләт автоинспекцияһынан.
Инспекторҙар мотоциклсыларға юлға сыҡҡанда махсус экипировка файҙаланыу, һағыраҡ йөрөү кәрәклеген иҫкә төшөрҙө.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика