11:24 (UTC+5), 16 Августа 2021

Ҡырмыҫҡалы районында ғаилә байрамында иң лайыҡлыларҙы һайланылар

Ҡырмыҫҡалы районы Ҡырмыҫҡалы ауылында Һаулыҡ һәм әүҙем оҙон ғүмер йылы уңайынан ғаилә байрамы ойошторолдо.
Был көндө «Яҡташтар» төбәк проектының өс еңеүсеһе бүләкләнде.
Ҡырмыҫҡалы районында йәшәгән 100 номинант араһынан тап улар һайлап алынды.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2021 йылдың апреленән республика халҡының «БР тауышы» сайтында лайыҡлы ҡатнашыусылар өсөн тауыш биреү мөмкинлеге бар ине.
«Һаулыҡ һаҡлау» номинацияһында — Үҙәк район дауаханаһы табибы Винерита Саяпова, «Мәҙәниәт» номинацияһында — Һарт-Шишмә ауылы клубы мөдире Фәнзиә Өмәтҡолова, «Сәнәғәт» номинацияһында «Коммунальник» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Фәнис Насиров еңеү яуланы.
Был көндө ауыл хужалығы йәрминкәһе лә ойошторолдо. Бында баҡсала үҫтерелгән йәшелсә-емеш, бал, йомортҡа, һөт-ҡаймаҡ һатып алырға мөмкин ине.
Һатыусылар араһында үлсәп һатыла торған сәй һәм ҡаҡ етештереүселәр ҙә булды. Районда сәй фасовкалау предприятиеһы яңыраҡ ҡына асылһа ла, уңышлы эшләп килә. Йәрминкә ҡунаҡтары Һиндостан, Кения, Ҡытай һәм Көньяҡ Африка Республикаһы сәйен һатып алды.
«Ошондай байрамдар быуындан быуынға күсә килгән ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлап ҡалырға һәм нығытырға булышлыҡ итә. Республикала ауыл тормошо әүҙем үҫешә, әлеге сараларҙы үткәргәндән һуң уның үҙенсәлекле йәшәү рәүеше нығый ғына», — тине етенсе саҡырылыш Дәүләт думаһы депутаты Павел Качкаев.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика