10:12 (UTC+5), 16 Август 2021

Башҡортостанда 90 уҡытыусыға йөҙ балға яҙған уҡыусылар әҙерләгән өсөн 50-шәр мең һум аҡса бирелә

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Башҡортостанда 90 уҡытыусыға йөҙ балға яҙған уҡыусылар әҙерләгән өсөн 50-шәр мең һум аҡса бирелә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала былтырҙан берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре буйынса 100 балл йыйған уҡыусылар әҙерләгән дөйөм белем биреү учреждениелары уҡытыусыларына премия булдырылды. Премияның күләме — 50 мең һум.
Быйыл Башҡортостанда 104 уҡыусы имтихандарҙы 100 балға тапшырған. 2021 йылда йөҙ балл йыйған эштәрҙең дөйөм һаны — 109.
Биш уҡыусы бер юлы ике фәндән тестарҙы иң юғары балға яҙған.
Уҙған йыл менән сағыштырғанда йөҙ балл йыйған уҡыусылар һаны 6,3% күберәк. Бөтә фәндәр буйынса тиерлек берҙәм дәүләт имтиханының уртаса балы артҡан, тине мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин.
Бынан тыш, быйыл Башҡортостанда берҙәм дәүләт имтихандарында йөҙ балл туплап, республиканың юғары уҡыу йорттарына уҡырға ингәндәргә республика Башлығының 150 мең һумлыҡ премияһы булдырылды.
Бөгөнгә ошондай 36 уҡыусы Башҡортостан вуздарына уҡырға инеү өсөн ғариза биргән. Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика гимназияһын тамамлаған Гөлназ Ишемғужина Мәскәү һәм Ҡазан вуздары урынына Башҡорт дәүләт медицина университетына өҫтөнлөк бирҙе.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика