Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.05
+0.27
98.64
+0.62
83.57
-0.1
1+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Август 2021, 20:11

«Беҙҙең һөйләштең баһаһы ҙур» - Гәрәй ырыуы башҡорттары

Өфөлә республика педагогтарының мәғариф буйынса август кәңәшмәһе үҙ эшен башланы, тип хәбәр иткәйнек. Быйылғы сара «Мәғлүмәти дәүерҙә балаларҙы һәм йәштәрҙе тәрбиәләү һәм социалләштереү» темаһы аҫтында үтә.
Башҡа проблемалар менән бер рәттән бөгөнгө мәғариф киңлегендә ата-әсәләр һәм уҡыусылар өсөн туған телде өйрәнеү йәһәтенән дөрөҫ ҡарар ҡабул итеү мәсьәләһе лә көнүҙәк булып ҡала.
Һис шикһеҙ, туған телде өйрәнеүҙе һайлау фәҡәт ирекле нигеҙҙә башҡарыла. Бында күп нәмә ата-әсәләр менән дөрөҫ эшләй белеүҙән, кешеләрҙең мәғлүмәтлелегенән тора.
Нисек кенә булмаһын, Һәр туған телде өйрәнеүҙең төп маҡсаты – ошо бөйөк мираҫты ғаиләлә һаҡлап ҡалыу, йәш быуынға тапшырыу, ҡәҙимге һөйләште онотмау.
Әйткәндәй, күптән түгел Өфөлә тыуған яҡты өйрәнеүселәр форумы үткәйне. Унда Рәсәй Фәндәр академияһының Телдәрҙе өйрәнеү институты белгесе, лингвист, филология фәндәре докторы Юлия Норманская сығыш яһаны. Ул башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектын Lingvodoc платформаһында һанлаштырыу йәһәтенән мастштаблы эш башларға тәҡдим итте. Республика етәкселеге Мәскәү ғалимдарының был башланғысын хупланы һәм әлеге ваҡытта проектты тормошҡа ашырыу буйынса эштәр башланды ла: әүҙемселәр, телһөйәрҙәр телмәр өлгөләрен, әкиәттәрҙе, риүәйәттәрҙе, ҡобайырҙарҙы, мөнәжәттәрҙе ебәрә, программа белгестәре уларҙы эшкәртә һәм киләсәктә электрон уҡытыу программаһы булдырыласаҡ. Ул саҡта ғәмәлдәге әҙәби нормаларҙы ғына өйрәнеү түгел, ә нәҫелең, яҡындарың, ырыуҙаштарың һөйләшкән телде өйрәнеү мөмкинлеге лә барлыҡҡа киләсәк.
Һис шикһеҙ, был эште урындағы халыҡтың һәм тел уҡытыусыларының ярҙамынан башҡа атҡарып булмаясаҡ. Был тәңгәлдә эшләгән, телде һанлаштырыу, уҡытыу программаларын төҙөгән ғалимдарға ла яҡлау кәрәк, сөнки һүҙ, ғөмүмән, туған телдәрҙе һаҡлау һәм яҡлау, үҫтереү хаҡында бара, шул иҫәптән башҡорт телен һәм уның диалекттарын да.
күрһәтә.
Ошо йәһәттән уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһендә Тәтешле районы хакимәтенең мәғариф бүлеге етәксеһе, Гәрәй ырыуы башҡорто Әҙеһәм Фәрүәзетдинов түбәндәге фекерен белдерҙе:
– Мин Тәтешле районының Иҫке Аҡбулат ауылында тыуып үҫтем, Гәрәй ырыуы башҡортомон. Ғүмер буйы мәғариф өлкәһендә эшләнем. Беҙҙең Тәтешле районы халҡы төньяҡ-көнбайыш башҡорттары төркөмөнә ҡарай. Һуңғы йылдарҙа тарихыбыҙға, диалектыбыҙға иғтибар бермә-бер артты, быны беҙ бик шатланып ҡабул иттек. Был өлкәлә алып барылған сараларҙа ла теләп ҡатнашабыҙ.
Райондың Гәрәй ырыуы башҡорттары берләшмәһенә лә етәкселек итәм. Күптән түгел Ҡалтасы районында ҙур йыйын уҙғарылды. Ғөмүмән, ошондай саралар күп милләтәштәребеҙгә уларҙың төньяҡ-көнбайышы башҡорттары төркөмөнә ҡарауын, урындағы диалектта һөйләшеүен аңлата, кешеләр тарихи ысынбарлыҡты асыҡлап, нәҫер ептәре менән ҡыҙыҡһына башлай. Халыҡ араһында ҡыҙыҡһыныу бар, улар һөйләшебеҙҙең башҡорт теленең бер диалекты икәнлеген асыҡ аңлай. Өфөнән килгән күренекле ғалимдарҙың да аңлатыу эштәре алып барыуы, шәжәрәләребеҙҙе төҙөрәгә ярҙам итеүе – ыңғай күренеш. Кешеләрҙә милләтенә ҡарата ҡыҙыҡһыныу барлыҡҡа килде – был бик шәп. Мәктәптәрҙә башҡорт теленә өҫтәмә рәүештә урындағы диалект буйынса махсус әсбаптарҙан дәрестәр алып барыла. Былтыр бишенсе класс өсөн булһа, быйыл алтынсылар ҙа ошондай әсбаптар менән ҡуллана аласаҡ. Әйтергә кәрәк, балаларға был дәрестәр бик оҡшай, улар теләп өйрәнә, сөнки үҙҙәре аралашҡан әсә телен өйрәнәләр.
Мин үҙем дә шатланам, сөнки телебеҙҙең, һөйләшебеҙҙең баһаһы бермә-бер күтәрелде. Мәктәптәрҙә балалар шәжәрәләр төҙөй, был да күптәргә кем һәм ҡайҙан, ниндәй нәҫелдән икәнлеген аңларға ярҙам итте. Мәҫәлән, беҙҙең район биләмәһендә Иван Грозный заманында ситтән күсеп килгән халыҡ та бар, әммә беҙ тарихи дөрөҫлөктө билдәләнек: ата-бабаларыбыҙ был ерҙәрҙе күпкә алдараҡ үҙләштергән, улар аҫаба ерҙәрендә йәшәгән ерле башҡорт ырыуҙары вәкилдәре булған. Данлыҡлы Иҫән хан, “беҙ урман башҡорттары” тигән Ғәли Соҡоройобоҙ – ғорурлығыбыҙ, – тине Әҙеһәм Фәреүәзетдинов.
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: