12:17 (UTC+5), 29 Июля 2021

Туймазы ҡалаһының Күп функциялы үҙәге – Рәсәйҙә иң яҡшыһы

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Туймазы ҡалаһының Күп функциялы үҙәге конкурста «Уртаса ҡалаларҙың Күп функциялы үҙәге» категорияһында еңеү яуланы, тип хәбәр итте Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
«Ә бит Күп функциялы үҙәктә ҡағыҙ, принтерҙар етмәгән ваҡыттар булды, кешеләргә сәғәттәр буйынса сиратта ултырырға тура килде. Ошо ваҡыт эсендә байтаҡ эш башҡарылды. Хеҙмәткәрҙәр алдыҡ, уларҙы уҡыттыҡ, офистарҙы ремонтланыҡ. Хәҙер беҙҙең Күп функциялы офистар төрлө хеҙмәттәр күрһәтеүе, уңайлы эш графигы, һанлаштырыу кимәле менән айырылып тора. Быны халыҡҡа уңайлы хеҙмәттәр күрһәтеү йәһәтенән ҙур алға китеш тип иҫәпләйем. Халыҡ менән эшләү еңелдән түгел, ләкин бик кәрәк. Бөтә коллегаларҙы, айырыуса Туймазы Күп функциялы үҙәге командаһын ҡотлайым», — тип яҙҙы республика етәксеһе.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика