09:43 (UTC+5), 26 Июля 2021

Республикала прививкаһыҙ пациенттарҙы дауаханаға һалмайҙар

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Башҡортостанда ковидтан прививка яһатмаған пациенттарҙы дауаханаға һалмайҙар. Был турала бөгөн хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдерҙе. Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ҡарамағындағы оператив штаб ошондай ҡарар ҡабул итте.
«Баш табиптар һәм белгестәр фекеренсә, әлеге ваҡытта коронавирустан прививкаһы булған пациенттарҙы ғына планлы дауалау тураһында положение индерергә кәрәк (онкология һәм кардиология ярҙамынан тыш). Был медицина ойошмаһында сирҙең таралыуына юл ҡуймаҫҡа һәм туҡтауһыҙ медицина ярҙамы күрһәтергә мөмкинлек бирер ине», — тип билдәләне Максим Забелин.
Шул уҡ ваҡытта республикала йәшәүселәргә ашығыс медицина ярҙамы талап ителгәндә вакцинация сертификатының булыуы йәки булмауы мөһим түгел. Онкология һәм кардиология йүнәлеше буйынса ярҙам күрһәтелгән пациенттар өсөн дә прививка кәрәкмәй.
Тейешле үҙгәрештәр Башҡортостан Башлығы указына индерелергә һәм 2 августан көсөнә инергә тейеш.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика