10:27 (UTC+5), 21 Июля 2021

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы республикала йәшәүселәрҙе ҡойма ямғыр, йәшен һәм боҙ-борсаҡ тураһында иҫкәртте

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы алдағы тәүлектә уңайһыҙ һауа шарттары тураһында иҫкәртте. 21 июлдә кис көнө республикала һауа торошо үҙгәрә башлай. Ҡойма ямғыр, йәшен һәм боҙ-борсаҡ көтөлә.
«Урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен, көндөҙ урыны менән ҡойма ямғыр, боҙ-борсаҡ. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан, тиҙлеге секундына 5-10 метр, йәшен ваҡытында 15-20 метрға етеүе ихтимал», — тип белдерҙеләр министрлыҡ вәкилдәре.
Төндә һауа температураһы 15-20 градус, көндөҙ һауа 29-34 градусҡаса йылына. 22 июлдә иртән юлдарҙа томан фаразлана.
Өфөлә лә елдең тиҙлеге секундына 16 метрға етеү ихтималлығы һаҡлана. Урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен. Һауа температураһы төндә 17-19, көндөҙ 30-32 градус була.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика