07:01 (UTC+5), 14 Июль 2021

Республикала аҙашҡан ир төндө урманда үткәргән

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Һуңғы тәүлектә республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары урманда юғалған ике ирҙе эҙләргә сыҡҡан. 13 июль кисендә 62 йәшлек ир Нуриман районы Ҡыҙыл шишмә ауылы янындағы урманда аҙашҡан. Ведомствонан хәбәр итеүҙәренсә, төндө ул кеше йөрөмәгән ерҙә үткәргән. 14 июлдә иртән ҡотҡарыусылар уны Павловка ауылында тапҡан.
Икенсе осраҡ иһә Белорет районында теркәлгән. 52 йәшлек ир туристар менән йылға буйлап сәйәхәткә сыҡҡан һәм ялға туҡтаған ваҡытта урманда йөрөп килмәксе булған.
«Уның менән бәйләнеш бар ине, шуға эҙләү уңышлы тамамланды. Ҡотҡарыусылар туристы Белорет ҡалаһына оҙатып ҡуйҙы», — тип хәбәр иттеләр дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән.
Уҙған аҙнала ҡотҡарыусылар хеҙмәтенә урманда аҙашҡан кешеләр тураһында 11 хәбәр килгән. Юғалғандарҙың бөтәһе лә иҫән-һау табылған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика