07:36 (UTC+5), 13 Июля 2021

«Был, һис шикһеҙ, уңыш!»: Радий Хәбиров берҙәм дәүләт имтиханында йөҙ балл йыйған мәктәп тамамлаусылар менән осрашты

glavarb.ru сайты
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
12 июлдә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре буйынса 100 балл алған мәктәп тамамлаусылар менән осрашты. Республика етәксеһе ике фәндән юғары балл йыйған йәштәргә Башҡортостан Республикаһы Башлығының Рәхмәт хатын тапшырҙы һәм уларҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Осрашыу ҡатнаш онлайн һәм оффлайн форматта уҙҙы.
Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин һүҙҙәренсә, быйылғы уҡыу йылында республикала бөтә фәндәрҙән дә тиерлек берҙәм дәүләт имтиханында уртаса балл артҡан. Шулай уҡ юғары балл йыйыусылар ҙа күп – 84 уҡыусы 99 балға яҙған.
«Уңыштарығыҙға шатмын! Һеҙгә пандемия, коронавирус сикләүҙәре ваҡытында уҡырға һәм һынау тоторға тура килде. Ләкин ныҡлап әҙерләнеп, алға ҙур аҙым яһай алдығыҙ. Был, һис шикһеҙ, уңыш, – тине Радий Хәбиров. – Хәҙер һеҙгә тормоштағы иң мөһим ҡарарҙарҙың береһен ҡабул итергә – юғары белем алыу өсөн вуз һайларға кәрәк. Күптәрегеҙ республикабыҙҙың юғары уҡыу йорттарында туҡталды. Ҡайһы берәүҙәр башҡа төбәктәргә уҡырға китә. Диплом алып, яңы белем һәм компетенциялар менән тыуған төйәгегеҙгә ҡайтһағыҙ, бик шат булырбыҙ. Әйткәндәй, Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарында уҡыуын дауам итергә теләгәндәр өсөн 150 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған премия булдырҙыҡ».
Аралашҡанда мәктәп тамамлаусылар Башҡортостан вуздарына уҡырға ингәндә льготалар, һәләтле уҡыусыларға – федераь олимпиадаларҙың төбәк этаптары еңеүселәренә матди ярҙам менән ҡыҙыҡһынды.
«Һеҙҙең менән аралашыу артабан идара итеү ҡарарҙарын ҡабул итеү өсөн бик һөҙөмтәле һәм файҙалы булды, – тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров. – Ҡәҙерле мәктәп тамамлаусылар, һеҙҙе берҙәм дәүләт имтиханында юғары балл алыуығыҙ менән ҡотлайым һәм киләсәктә уңыштар теләйем!».
https://www.bashinform.ru/news/1618467-eto-nesomnennyy-uspekh-radiy-khabirov-vstretilsya-so-stoballnikami-po-ege/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика