15:09 (UTC+5), 07 Июля 2021

Радий Хәбиров: Бәләбәйҙә «Йырсы шишмәләр паркы» заманса килеп сыҡты

Олег Яровиков
Олег Яровиков
Азат Ғиззәтуллин
Бөгөн Радий Хәбиров Бәләбәйҙә «Йырсы шишмәләр паркы»нда булды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2019 йылда ҡала бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи биләмәләрҙә уңайлы ҡала мөхитен булдырыуҙың иң яҡшы проекттары Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яулағайны.
Бәләбәй йөҙҙән ашыу шифалы шишмә урғылған «йырсы шишмәләр» төйәге булараҡ билдәле.
Башҡортостан Башлығы ҡала паркын төҙөкләндереүҙе шәхсән күҙәтеп барҙы.
2020 йылдың мартында һәм ноябрендә республика етәксеһе төҙөлөш эштәре барышы менән танышты. Бөгөн ул төҙөкләндерелгән паркты ҡарап сыҡты һәм башҡарылған эштәргә юғары баһа бирҙе. Уның һүҙҙәренсә, парк – заманса һәм функциональ. Бында һәр быуын вәкиленә ял итеү өсөн барыһы ла бар. Биләмә бик күркәм.
Паркты асыу тантанаһы 12 июндә – Рәсәй көнөндә уҙҙы.
Барлыҡ эштәрҙең хаҡы – 260 миллион һум, шуның 85 миллион һумы – конкурста еңгән өсөн федераль грант аҡсаһы. 113 миллионы ҡала быуаһы ярын һәм тирә-йүнде капиталь төҙөкләндереү өсөн тотонолдо.
Радий Хәбиров әйтеүенсә, быйыл Башҡортостандың 12 тораҡ пункты бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи биләмәләрҙә уңайлы ҡала мөхитен булдырыуҙың иң яҡшы проекттары Бөтә Рәсәй конкурсында еңеүгә иҫәп тота. Улар – Ағиҙел, Бәләбәй, Бөрө, Дүртөйлө, Күмертау, Межгорье, Мәләүез, Яңауыл, Туймазы, Стәрлетамаҡ, шулай уҡ Верхотор һәм Кушнаренко ауылдары.
Еңеүселәр уңайлы йәмәғәт киңлектәрен булдырыу проектын тормошҡа ашырыу өсөн 30-100 миллион һумлыҡ грант менән бүләкләнә.
Бәләбәй конкурста икенсе тапҡыр ҡатнаша. «Төрмә һарайы кварталы» иҫке үҙәкте һәм яҡындағы биләмәне төҙөкләндереүҙе күҙ уңында тота. Проект авторҙары батша заманында Рәсәйҙә Себер трактында туҡтау урыны булған Старогородецкий кварталын үҙгәртеп ҡорорға йыйына.
1 из 16
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика