11:24 (UTC+5), 29 Июня 2021

Өс айҙа Башҡортостанда 10 меңгә яҡын сабый донъяға килде

Валерий Шахов
Галина Бахшиева
Быйыл тәүге өс айҙа Башҡортостанда яҡынса 9,8 мең бала донъяға ауаз һалған, тип хәбәр итте республика статистиктары.
Башстат мәғлүмәттәре буйынса, республикала был ваҡытта айырыуса беренсе һәм икенсе балалар тыуған – 3,2 һәм 3,5 меңдән ашыу.
Ике меңдән күберәк сабый ғаиләлә – өсөнсө, 600-ө – дүртенсе, 300-ҙән ашыуы бишенсе һәм артабанғы булып донъяға килгән.
Шул уҡ ваҡытта 2021 йылдың тәүге өс айында 15 меңдән артығыраҡ кеше вафат булған (былтыр ғинуар-март айҙарында – 12,3 мең).
Мәрхүмдәрҙең күпселеге йәки 11,5 меңдән ашыуы – эшкә һәләтле йәштән өлкәнерәк. Уларҙың 5 меңе ир-аттар булһа, 6,5 меңе – ҡатын-ҡыҙҙар.
Был ваҡытта 3,3 меңдән күберәк кеше эшкә һәләтле йәштә яҡты донъя менән хушлашҡан, уларҙың 2,6 меңдән ашыуы – ир-аттар, 700-ө – ҡатын-ҡыҙҙар.
Үлгәндәр араһында бер йәшкә тиклемге 68 бала бар, тип белдерҙеләр Башстатта.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика