06:12 (UTC+5), 29 Июня 2021

Өфө хакимиәтендә хеҙмәткәрҙәрҙең 70% коронавирустан прививка эшләтте

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Баш ҡала хакимиәте хеҙмәткәрҙәренең 70% ашыуы коронавирустан прививка эшләткән. Был турала Өфө хакимиәтенең оператив кәңәшмәһендә хакимиәттең эштәр идарасыһы Регина Бакиева хәбәр итте. Уның һүҙҙәренсә, бөгөн мэрияның прививка эшләү бүлмәһендә йәнә үҙәкләштерелгән вакцинация көнө ойошторола, 80-дән ашыу кеше яҙылған да инде.
29 июнгә Өфөлә 123,5 мең кеше вакцинацияны тулыһынса тамамлаған, был прививка яһатырға тейешлеләрҙең 21% тәшкил итә. Дөйөм алғанда, ҡалала 588 мең кеше ковидтан прививка алырға тейеш.
«Өфөлә 186 мең самаһы кеше вакцинаның беренсе компонентын алған. Бер аҙнала 7 мең кешегә күберәк», — тип билдәләне хакимиәттең эштәр идарасыһы. Сауҙа үҙәктәрендә вакцинацияға сират һаҡлана, ләкин уҙған аҙнаға ҡарағанда күпкә аҙыраҡ.
Ҡаланың ҙур предприятиеларында ла иммунизация дауам итә, 30 меңдән ашыу хеҙмәткәр прививка яһатҡан. Мәҙәниәт учреждениеларында хеҙмәткәрҙәрҙең — 42%, белем биреү учреждениеларында 44,5% вакцина алған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика