05:17 (UTC+5), 29 Июня 2021

Башҡортостан табиптары йоғошло сирҙәр госпиталдәрендә эшләү өсөн Бүрәт Республикаһына юлланды

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Башҡорт дәүләт медицина университеты табиптары йоғошло сирҙәр госпиталдәрендә эшләү өсөн Бүрәт Республикаһына юлланды.
БДМУ-ның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2021 йылдың 28 июнендә университеттың махсус бригадаһы консультация-медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн Бүрәт Республикаһына китте.
Бригада составында анестезиолог-реаниматологтар, инфекционистар бар. Командировкаға бөтәһе һигеҙ кеше юлланды. Төркөм етәксеһе — тәжрибәле анестезиолог-реаниматолог Никита Здорик.
«Белгестәребеҙ иртәгә үк республиканың COVID-19 госпиталендә эш башлай. Бөтәһенең дә йоғошло ауырыуҙар госпиталдәрендә эш тәжрибәһе бар», — тип һөйләне БДМУ ректоры, Рәсәй Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты Валентин Павлов.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика