Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.72
-0.24
93.81
-0.11
62.51
+0.52
8+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Июнь 2021, 17:31

Башҡортостанда тәүлек эсендә 3809 кеше коронавирустан прививка яһатты

Башҡортостанда тәүлек эсендә 3809 кеше коронавирустан прививка яһатҡан. Иммунизация осоро башланғандан алып республикала 462 067 кеше коронавирустан прививка эшләткән, уларҙың 352 833-ө ике компонентын да алған.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда яңы коронавирус йоҡтороу осраҡтарының артыуы күҙәтелә. Әйтәйек, һуңғы тәүлектә 120 осраҡ асыҡланған. Республикала сирлеләрҙең дөйөм һаны – 40 426. Һуңғы тәүлектә өс пациент үлгән. Шулай итеп, Башҡортостанда 571 кеше мәкерле ауырыу ҡорбаны булған.
Автор: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас