07:00 (UTC+5), 23 Июнь 2021

Башҡортостан 2020 йылда урманды ҡырҡҡанға ҡарағанда күберәк тергеҙгән

социаль селтәрҙәр
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Башҡортостан урманды яһалма тергеҙеү майҙаны буйынса Волга буйы федераль округында – беренсе, Рәсәйҙә етенсе урынды биләй. Был хаҡта социаль селтәрҙәге сәхифәһендә республика етәксеһе Радий Хәбиров хәбәр итте.
«Һәр төбәктең дә бындай тәбиғәт байлығы – тауҙары, далалары, йылғалары һәм урмандары юҡ. Ләкин урмандарҙы ҡарарға кәрәк, беҙ шуның өҫтөндә эшләйбеҙ, — тип белдерҙе Радий Хәбиров. — Планлы рәүештә урман ултыртыу техникаһы һатып алабыҙ. Ошо көндәрҙә махсуслашҡан машиналар Балаҡатай, Маҡар һәм Өфө урман хужалыҡтарына китте. Быйыл бөтәһе 70 трактор, культиватор – беҙҙең таулы урындар өсөн нимә кәрәк, барыһын да һатып алдыҡ. Шуны билдәләп үткем килә: башлыса аҡса федераль бюджеттан бүленде – 54,5 миллион һум».
Башҡортостан Башлығы 2020 йылда республика биләмәһендә 15,3 мең гектар урманды тергеҙеүҙәрен билдәләне. Һуңғы ун йылда был – иң юғары күрһәткес, план 109,4% арттырып үтәлгән. Яһалма рәүештә ултыртылған урындарҙа республика 98% ылыҫлы ағастарҙы файҙаланырға тырыша.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика