Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
-0.88
92.22
-1.03
67.96
+2.11
9+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Июнь 2021, 10:30

Башҡортостан университеттары, колледж-техникумдары дистанцион уҡыуға күсә

М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты дистанцион белем биреү һәм сессия форматына күсте. Йәғни студенттар имтихандарҙы өйҙән тапшыра. Был турала бойороҡҡа юғары уҡыу йорто ректоры Салауат Сәғитов ҡул ҡуйҙы.
«Дәрестәр һәм сессия электрон уҡытыу, дистанцион белем биреү технологиялары ярҙамында үткәрелә. Практика санитар-эпидемиологик талаптарға ярашлы ойошторола», — тиелә бойороҡта.
Әйткәндәй, бынан алда ҡайһы бер Өфө колледждары һәм техникумдары дистанцион уҡыу һәм сессия тапшырыу форматына күскәйне.
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: